Өндәрҙе автоматлаштырыу
Юғары нервы системаһы эшмәкәрлеге күҙлегенән сығып ҡарағанда, өндәрҙе автоматлаштырыу - ул ҡуйылған (йәки дөрөҫ әйтелә башлаған) өндө һүҙҙәрҙә һәм һүҙбәйләнештәрҙә, һөйләмдәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.
Был бик ҡатмарлы һәм әкренләп, ҙур һаҡсылыҡ менән алып барыла торған эш: айырым әйтелгән өндө
* тәүҙә асыҡ ижектәр эсендә,
* ябыҡ ижектәр эсендә,
* шунан һүҙҙә,
* фразаларҙа,
* һүҙҙәрҙә һәм һүҙбәйләнештәрҙә
* һөйләмдәрҙә
*шиғырҙарҙа, йомаҡтарҙа
*телтөҙәткестәрҙә,
* таҙаәйткестәрҙә һәм тиҙәйткестәрҙә әйтергә өйрәтеү.
Өндө нығытыу һәм автоматлаштырыу өсөн даими рәүештә күнегеүҙәр һәм уйындар үткәреү кәрәк, көн һайын бала был өндө куп тапҡыр ҡабатларға тейеш.
С өнөн әйткәндә артикуляция аппараттың торошо
- ирендәр киләһе һуҙынҡы өнөнөң торошон ала;
- тештәр 1мм тирәһе яҡынлығында урынлашҡан;
- телдең осо алғы, аҫҡы тешкә тейеп тора;
- телдең уртаһы бөгөлөп уртаһында ярыҡ барлыҡҡа килә һәм шул ярыҡтан өрөп сығарған һауа
аҫҡы тештәргә юнәлтелә;
- тауыш яралары асыҡ.
Ш өнөн әйткәндә артикуляция аппараттың торошо
- ирендәр түңәрәк алға һуҙылған;
- телдең осо өҫкө аңҡауға күтәрелгән, тик аңҡауға теймәй ярыҡ барлыҡҡа килә;
- телдең ситке яҡтары эске яҡтан, өрөп сығарған һауаны сикәләргә сығармай, өҫкө яҡ тештәргә
тейеп тора. Йылы һауа телдең уртаһынан өҫкә ҡарай сыға;
- тауыш ярылары асылған.
Ж өнөн әйткәндә артикуляция аппараттың торошо
- ж өнөн әйткәндәге кеүек тора, тик тауыш ярылары ҡалтырай. Тел өҫкәрәк күтәрелә, өрөп
сығарған һауа көсһөҙөрәк.
Ҫ өнөн әйткәндә артикуляция аппараттың торошо
- ҫ өнөн әйткәндә, яҫы телдең осо аҫҡы һәм өҫкө тештәр араһында урынлаша. Телдең уртаһынан ҡыҫылып һалҡын һауа сыға.
Ул һаңғырау, тартынҡы.
Ҙ өнөн әйткәндә артикуляция аппараттың торошо
- ҙ өнөн әйткәндә, телдең осо алғы яҡтан аҫҡы һәм өҫкө тештәр араһында ҡыҫтырыла. тауыш яралаы дерелдәй, һауа ауыҙ аша
сыға, тартынҡы өн.
Ғ өнөн әйткәндә артикуляция аппараттың торошо
- ғ өнөн әйткәндә, телдең төбөн өҫкә күтәреп аңҡау менән тел араһында арауыҡ ҡалдырып тауыш менән әйтелә.
Уйындар
"Ижектәр рәтен дөрөҫ ҡабатла"
Са - са - са Ас - ас - ас ас - ос - ус - ыс
Со - со - со Ос - ос - ос ос - ус - ыс - ас
Су - су - су Ус - ус - ус ус - ыс - ас - ос
Сы - сы - сы Ыс - ыс - ыс ыс - ас - ос - ус
"Минең артан ҡабатла"
Са - са - са - сана Сы - сы - сы - сыҡ
Со - со - со - солан Сә - сә - сә - сәй
Су - су - су - сумка Сү - сү - сү - сүлмәк
Шулай уҡ был ижектәргә "һүҙҙәр уйлап тап" уйын уйнатырға була
"Тылсымлы бармаҡтар"
Ҙур бармаҡ ул с йәки (ш, ж, з, ц, ч, щ, л, р), һуҡ бармаҡ - а, урта - о, сығанаҡ бармаҡ - У, сәтәкәй - и өндәре. Бармаҡтар
осрашып бер - береһе менән һөйләшәләр. Ҙур бармаҡ һуҡ бармаҡ менән осрашһа: са -са - са, урта бармаҡ менән: со - со - со,
су - су - су, си - си - си...һ.б
с өнөнә уйнаған уйындарҙы ш өнөнә лә уйнатырға була.
Телтөҙәткестәр
Өндәрҙе ижектәрҙә ҡабатлау өсөн аудиояҙмалар
һәм видиоматериалдар
Тиҙәйткестәр
Йомаҡтар