top of page

     Тел – кешенең төп көсө.
     Телд
ә ҡеүәт, телдә аҡыл.
     Ҡул к
өсө һынһа һыныр,ә
     Тел көсө һынмаҫ ҡапыл.
                                         (Әб
үс)

Ике йәштән өс йәшкә тиклемге балаларҙың телмәрендә

өндәр мәҙәниәте төрбиәләү

Өсөнсө йәштәге балаларҙың телмәренә күп өндәрҙе дөрөҫ әйтмәү генә түгел, ә телмәрҙең дөйөм йомшаҡ әйтелеше, ялғауҙарҙы әйтеп еткермәүҙе, ҡыҫҡартып йәки боҙоп әйтеүе (өндәрҙе йәки ижектәрҙе төшөрөп ҡалдырыу) хас.

Балаларҙың телмәрендә осрай торған типик хаталары: һүҙҙе ҡыҫҡартыу (кәфит - кәнфит), өндәрҙең йәки ижектәрҙең урындарын алмаштырыу, йәки төшөрөп ҡалдырыу (мату - матур, тәскә - сәскә, тәй - сәй), өҫтәлмә өндәр индереү (эсәмәйем - эсмәйем).  

Бәләкәй балалар шыбырлашып һөйләшә белмәйҙәр, улар йыш ҡына ҡысҡырып йәки шым һөйләшәләр.

Был үҙенсәлектәрҙе белеп - бала телмәрендәге кәмселектәрҙе төҙәтергә ярҙам итеү кәрәк. 

 * Балаларҙың тауыш аппараты менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү (Бала өлкәндәргә оҡшатып телмәрҙең ағышын һәм тиҙлеген

    үҙгәртергә  өйрәнә. Улар менән өндәрҙең дөрөҫ әйтелешеә күнекмәләр башҡарыла. Был күнекмәләр тиҙ, яй, әкрен, көслө тауыш менән әйтелә.

   " Кем килде?" "Кем туҡылдатты?" һ. б.).

 * Балаларға тауышҡа оҡшатып яһалған өноҡшаш һүҙҙәр аша кәрәкле һүҙҙәр әйтереү: му-му-му - һыйыр баҡыра, ә-ә-ә - бала йырлай, ҙ-ҙ-ҙ - бал  

    ҡорто бал йыя, ҫ-ҫ-ҫ - ҡаҙ ыҫылдай һ. б. 

 * Балаларҙың ишетеү иғтибарына, дөрөҫ тын алыуға күнекмәләр башҡарыу. 

Өс йәштән дүрт йәшкә тиклемге балаларҙың телмәрендә

өндәр мәҙәниәте төрбиәләү

 Дүртенсе йәштәге бала өндәрҙең бөтә төркөмөн асыҡ ижектөрҙә дөрөҫ әйтә, ҡайһы берҙәрендә улар башҡа тартынҡы өндәр менән бергә килгәндә, төшөп тә ҡалырға мөмкин ("звонок" урынына "вонок " һ. б.). Балалар күберәк осраҡта шышылдаусы өндәрҙе (ш, ж,ч, щ) һыҙғырыусы өндәр менән алмаштыралар (с, з, ғ). Мәҫәлән, "бәшмәк"  - "бәҫмәк", "йәшел" - "йәсел". Сонор (р, л) өндәрен йомшаҡ (ль) өнө менән, һирәгерәк осраҡта (й) өнө менән алмаштыралар, күберәк осраҡта бөтөнләй әйтмәйҙәр йәки төшөрөп  ҡалдыралар ("алма" - "ама", "еләк" - "еәк ", "груша" - "гуса" һ. б.). Ҡайһы бер ауыр әйтелешле һүҙҙәрҙә бала бөтөн ижектәрҙе төшөрә йәки алмаштыра. Мәҫәлән,"магазин" - "гамазин", "пирамида" - "пинамина" һ. б.

 *Телмәр төҙәтеү эшендә өлкәндәрҙең тотҡан урыны бигерәк тә әһәмиәтле. Һорауҙарға яуап биреү, һөйләшеү, яңы предметтар һәм күренештәр менән

   таныштырыу, уларҙың телмәрен камилаштырып ҡына ҡалмай, ә аҡыл-кимәленең үҫешенә лә булышлыҡ итә.

 * Был йәштә ауыр әйтелешле шышылдаусы өндәрҙе (ш, ж,ч, щ) һәм сонор (р, л) өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү өҫтөндә эш алып барыла. 

 * Балаларҙың өндәрҙе ишетеп айыра, дөрөҫ тын алырға, телмәр темпын, тауыш бейеклеген һәм көсөн дөрөҫ ҡуллана белергә өйрәтеү мөһим

   тәүшарттарҙың береһе булып тора.

Дүрт йәштән биш йәшкә тиклемге балаларҙың телмәрендә

өндәр мәҙәниәте төрбиәләү

 Дүрт һәм биш йәштәге балаларҙы  бөтә өндәрҙе дөрөҫ һәм асыҡ итеп әйтергә өйрәтер кәрәк, ә ауыр әйтелешле һыҙғырыусы, шышылдаусы һәм сонор өндәргә иғтибарҙы айырыуса күберәк биреү отошло. Шулай уҡ һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе асыҡ әйтергә, һөйләшкәндә баҫалҡы, тыныс темпта һәм тейешле интонация менән һөйләргә өйрәеү. Балаларҙы фонематик ишетеү һәләтен һәм телмәр һулышын үҫтереү, артикуляция һәм тауыш аппаратының эшен камиллаштырыу.

Биш йәштән ете йәшкә тиклемге балаларҙың телмәрендә

өндәр мәҙәниәте төрбиәләү

Биш йәшкә балалар бөтә өндәрҙе лә дөрөҫ әйтә алмайҙар: ҡайһы бер балаларҙа өндө үҙләштереү тотҡарлана, ә икенселәре дөрөҫ әйимәй, бер өндө икенсе өн менән алмаштыра. Ҡайһы берҙәре шышылдаусы һәм һыҙғырыусы (с-ң, ш-ж, с-ш, ж-з, ч-с ҙ. б.), яңғырау һәм һаңғырау (в-ф, һ-х, ҙ-ҫ, д-т, ғ-ҡ) һәм сонор (л,р) өндәрен ишетеп айыра белмәйҙәр. Әгәр бер нисә һүҙҙәр оҡшаш өндәр ишетелгән булһа, балалар һөйләмдә бөтә һүҙҙәрҙе лә дөрөҫ әйтә алмайҙар. Телмәр ағзаһының үҫешеп етмәүе, артикуляция аппараты мускулдарының етерлек кимәлдә хәрәкәтсән булмауы сәбәпле, балалар өндәрҙе боҙоп әйтәләр һәм телмәрҙәре лә аңлайышһыҙ була. Был балаларға иғтибар нығырыҡ талап ителә. Өндәрҙең дөрөҫ әйтелешенә, телмәр һулышына, телмәрҙең тасуири интонацияһын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән уйындар һәм күнегеүҙәр үткәрелә.

Был йәштәге балалары тасуирлауҙың аңлайышлы алымдарын үҙләштерәләр: тауыштың бейеклеген һәм көсөн, телмәр темпын, паузаларын һаҡлау һәм дөрөҫ баҫым яһауҙы көйләргәөйрәнәләр.

                                               

Телмәр етешһеҙлектәре

 Алалия - интелект һәм һүҙ ишетеү кимәле нормаға яраҡлы һаҡланып та телмәрҙә етешһеҙлектәр осрауы йәки һүҙҙәрҙең бөтөнләй булмауы. Тыуғанда уҡ  йәки һөйләшә белмәгән осорҙа баш мейеһенең ҙур ярымшаҙарында урынлашҡан һүҙ яһаусы үҙәктәрҙең зарарланыуы - алалияның төп сәбәптәренең береһе. Баланың бөтөнләй һөйләшә белмәүе йәки ләпелдәүе алалияның ауыр төрөнә ҡарай. Алалияның еңел төрө булмағанда бала телмәрендә ҡайһы бер ҡыҫҡа һүҙҙәр йәғни бер ни тиклем һүҙ запасы була, әммә уҡыу һәм яҙыуҙы үҙләштереүҙә ауырлыҡтар осрай.

Дизартрия - һүҙҙәрҙең әйтелеше яғынан боҙолоуы. Телмәр аппаратында иннервация етмәүҙән барлыҡҡа килә.

Дислалия - өн әйтелешендәге етешһеҙлектәр.

Тотлоғоу (Заикание) - тотлоғоп һөйләшеү. Телмәр аппараты мускулдары тартышып тороу сәбәпле һөйләү тиҙлеге (өндәрҙең дөрөҫ сиратлашыы) һәм талғынлығы боҙолоу. Тотлоғоу, күп осраҡта, 2-5 йәштәр самаһында бала айырым һүҙҙәрҙән телмәргә күскән осорҙа барлаҡҡа килә һәм, ғәҙәттә, үтә тәьҫирләнеүсән балаларға хас була.

Ринолалия (танау + һүҙ, телмәр) - органик дислалия төрө. Темәр барышшында танау ҡыуышлығындағы яңғырау, тирбәлеүҙең юғары булыуы йәки етерлек кимәлдә булмауы арҡаһыда килеп тыуған өн әйтелешендәге етешһеҙлек. Бындай

 етешһеҙлек  йотҡолоҡ өҫтөнөң, танау ҡыуышлығының, ҡаты һәм йомшаҡ аңҡауҙың органик йәрәхәте йәки йомшаҡ аңҡау функцияһының тарҡалыуы арҡаһында була. Ошо арҡала тауыш сығарыуҙа ҡатнашҡан һауа дөрөҫ йүнәлеш алмай.

ОНР - телмәрҙәге төрлө ҡатмарлы етешһеҙлектәр. Бындай ваҡытта бала телмәренең бөтә компоненттары тауыш яғынан да, мәғәнә яғынан да боҙоҡ була. Телмәрҙәге төрлө ҡатмарлы етешһеҙлектәр өс кимәлгә буленә. 1-се, 2 - се, 3 - се кимәлгә.

bottom of page