top of page

     Артикуляция күнегеүҙәренең үтәлеше

Өндәрҙең дөрөҫ әйтелешенә телмәр аппаратының хәрәкәтсән булыуы талап ителә. Хәрәкәтләнеү күнекмәләрен нығытыу өсөн күнегеүҙәрҙе көн һайын эшләү яҡшы һөҙөмтә килтерә. Уны үткәреү ваҡыты 3 - 4 минуттан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Һәр күнегеүҙе 5 - 10 тапҡыр башҡарырға була. Күнегеүҙәрҙе күңелле уйын формаһында үткәреү отошло. Артикуляция күнекмәһен бала көҙгө алдында ултырып эшләһә, үҙенең һәм өлкән кешенең йөҙөн күрһә, тиҙерәк ота.

 

Һәр күнекмәне ошо йүнәлештә ҡабатлатыу өндө нығытыуға яҡшы һөҙөмтә бирә.

 *Күнегеүҙәрҙе уйын формаһында, исемен атап  ҡабатлағыҙ.

 *Тәүҙә күнекмәне үҙегеҙ эшләп күрһәтегеҙ.

 *Һуңынан бала менән күнекмәне көҙгө алдында үтәгеҙ, хатаһы булһа, төҙәтегеҙ.

 *Күнекмәнең үтәлешен ҡарағыҙ. 

Тын юлдарына гимнастика


1.«Шар тултырыу» - танауҙан үпкә тулғансы тын алабыҙ һәм көс менән ауыҙҙан сығарабыҙ. 
2.«Шәм һүндереү» - танауҙан тын алабыҙ һәм аҡрын ғына ауыҙ аша сығарабыҙ. 
3.«Бәпембә өрөү» - танауҙан үпкә тулғансы тын алабыҙ һәм бәпембәнең мамыҡтарын өрөп төшөрәбеҙ. 
4.«Тирәк мамығы» - һауалағы мамыҡты ергә төшөрмәҫ өсөн йыш ҡына өрөп торабыҙ. 
5.«Эҫе сәй» - ҡулдарыбыҙҙа сынаяҡ менән эҫе сәй, уны өрөп һыуытып эсәбеҙ. 
6.«Эттәр» - сабып килгән эттәр кеүек йыш-йыш тын алабыҙ. 
7.«Сәскәләр» - беҙ хуш еҫле гөл-сәскәле баҡсала һәм уларһың еҫтәрен ләззәтләнеп еҫкәйбеҙ. 
8.«Моңло өндәр» - тәрән һулайбыҙ һәм тынды сығарғанда һуҙынҡы өндәрҙе йырлап әйтәбеҙ – а, о, у, ы, ә, ө, ү, и, э. 
9.«Кәмә» - күләүектәге ҡағыҙ кәмәне өрөп йөрөтәбеҙ. 
10.«Ябыҡ-асыҡ» - тын алабыҙ, шунан танауҙарҙы бармаҡтар менән бер ҡыҫып, бер асып һауаны сығарабыҙ. 
11.«Киреһенсә эшлә» - танауҙан тын алабыҙ, ауыҙҙан сығарабыҙ, шунан киреһенсә, ауыҙҙан тын алабыҙ, танауҙан сығарабыҙ. 
12.«Яра» - тәндәге яра әрнемәһен өсөн йыш-йыш өрәбеҙ. 
13.«Йоҡо килә» - кем белә, беҙ йоҡо килгәндә нимә эшләйбеҙ? 
14.«Берәм-һәрәм» - танау ҡыуышлығының береһен ябып тын алабыҙ, ә сығырғанда икенсеһен ябабыҙ, һәм киреһенсә.

Һыҙғыртыусы өндәрҙе нығытыу һәм автоматлаштырыу өсөн күнегеүҙәр

Шышылдаусы өндәрҙе нығытыу һәм автоматлаштырыу өсөн күнегеүҙәр

Л, Р   өндәрен нығытыу һәм автоматлаштырыу өсөн күнегеүҙәр

Видеоматериалдар 

Тараҡ

 Бесәй

Тәмле варенье

Парус

Маляр

Йылан һәм таш

Телмәрйен һәм фил

Футбол

Ҡоймаҡ

Бәшмәк

Сынаяҡ

Ат

Моторҙы йөрөт

Гармун

Ҡамыр баҫабыҙ

Бәүелсәк

Күркә

bottom of page